Бөгөн баш ҡаланың тағы бер мәғариф учреждениеһы махсус кабинетлы булды. Уны төҙөү һәм йыһазландырыу «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә башҡарыла. Әйткәндәй, былтырғы уҡыу йылында 130 меңгә яҡын бала һәм 5 мең уҡытыусы теш табибы ярҙамы алған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов исемен йөрөткән мәғариф учреждениеһында бөгөн сираттағы сара. Республика проекты сиктәрендә стоматология кабинеты файҙаланыуға тапшырылды. Ошо уңайҙан уҡыусылар ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар иғтибарына театрлаштырылған тамаша әҙерләп күрһәтте. Тештәрҙе сәләмәт тотоуҙағы файҙалы кәңәштәрен дә еткерҙе.
Бынан ары 2-се Башҡорт лицейы уҡыусыларына теш табибына күренер өсөн поликлиникаға йөрөргә тура килмәйәсәк. Урында уҡ хатта ки тәнәфес араһында стоматологҡа инеп сығырға мөмкин. 3-се стоматология поликлинкаһынан беркетелгән теш табибы Ләйсән Байғусҡарова әйтеүенсә, уңайлы шарттарҙа эшләү - үҙе бер кинәнес.
Әйткәндәй, бөгөн Өфө мәктәптәрендә 74 стоматология кабинеты эшләй. Уларҙың төп маҡсаты - балаларҙың теш ауырыуын иҫкәртеү.
Мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлегенә бәйле һорау Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә ҡаралды. Әлеге ваҡытта мәғариф учреждениеларында меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй. Киләһе йылдан белем усаҡтарында балаларға комплекслы психологик ярҙам күрһәтеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлай. Тәүге этапта Өфөлә 3 кабинет асыу ҡаралған. Радий Хәбиров «Ҡанатлан» проекты сиктәрендә асылған стоматология кабинеттарын табиптар менән тәьмин итеүҙе контролдә тоторға ҡушты. Стоматологта уҡыусылар ҙа, педагогтар ҙа тештәрен дауалай ала.
Стоматология кабинеттары селтәрен булдырыу 2019 йылда Башҡортостан башлығы тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыттан алып эш йылдам алым барыла. Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә лицензиялы 230-ҙан ашыу стоматология кабинеты эшләй. Уларҙың тиҫтәләбе быйылғы уҡыу йылында асылған.
Азат Ғәлиуллин






