Йөрәк тауышым-йырҙарымда. Ошондай моңло исем аҫтында Өфөлә Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаеваның концертты үтте. Сәхнә оҫтаһының 20 йыллыҡ ижадына арналған тамаша Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолдо.
Айгөл Һағынбаева тамашасыларға халыҡсан, моңло тауышлы сәхнә оҫтаһы булараҡ билдәле. Йырсы башҡорт, татар халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән айырылып тора. Айгөл Һағынбаеваның репертуарындағы эстрада йырҙары ла тәрән мәғәнәле, йөкмәткеле. Тамаша 20 йыллыҡ ижадҡа байҡау тип аталһа ла, Айгөл Һағынбаева бәләкәй сағынан уҡ сәхнәлә, ул ижади мөхиттә тәрбиәләнә. Өләсәһе менән олатаһынан "Байсауыл", "Иҫке Урал" кеүек боронғо йырҙарҙы отоп ҡала һәм бар тулылығында тамашасыға еткерә. Юбилей тамашаһы ла үҙенсәлекле сценарийы, биҙәлеше менән дә әсир итә. Концерт номерҙары экрандағы биографик мәғлүмәттәр, уй-кисерештәр менән аралашып бара.
Экранда Айгөл Һағынбаеваның тормошондағы төрлө осорҙарҙы күрергә мөмкин, Учалы районында үткән вайымһыҙ бала сағы, Өфө сәнғәт училищеһында, Ҡазанда уҡыған мәлдәре, һөйөүҙән, бәхеттән ҡойолған ғаилә усағы, балалары. Әммә ғүмерҙең һәр миҙгелендә лә Айгөл Һағынбаеваны йыр-моң оҙатып бара. Бөгөн ул Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, халыҡтың яратҡан сәхнә оҫтаһы. Концертта ла тамашасылар яратып өлгөргән билдәле йырҙар ҙа, яңы ижад емештәре лә, боронғо моңдар ҙа яңғыраны. Тамашала Айгөл Һағынбаеваның ижадташ дуҫтары ла ҡатнашты.



