«Өфө-Арена» алдындағы майҙандан яугирҙарҙы ата-әсәләре, яҡындары, ғаиләләре оҙатты. Уларҙың бөтәһендә лә бер теләк- яҡын кешеләре ҡаршы көстө еңеп, алғы һыҙыҡтан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Мобилизацияланыусы һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр республикала теүәл ике аҙна ял итеп өлгөргән. Күптәр ялға икенсегә ҡайтҡан. Ир-егеттәр шәхси әйберҙәр һәм хәрби хеҙмәт өсөн талап ителгән кәрәк-яраҡтар менән бергә хеҙмәт иткән яуҙаштарына яҡындары, ғаиләләре тапшырған посылкаларҙы ла алып барып тапшырасаҡ.
Башҡортостан Башлығы исеменән хәрбиҙәрҙе Хөкүмәт Премьер- министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Ил өсөн яуаплы осорҙа Ватан һағына баҫҡан ҡаһарман ир-егеттәргә хәрби эштә таһыллыҡ, ҡуйылған бурысты намыҫ менән атҡарып, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә аҙна һайын гуманитар ылау оҙатыла, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә.






