Алданған өлөшсөләрҙең проблемалары тулыһынса хәл ителәсәк

Әлеге ваҡытта республикала проблемалы 22 объект һәм торлаҡ хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк бер мең 200 граждан иҫәпләнә. Уларға яҡын арала фатир асҡыстары йәки аҡсалата компенсация түләнәсәк. Был турала Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов белдерҙе. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ошо көндәрҙә фатир туйлаясаҡ Эльвира Әминева беренсе тапҡыр үҙ торлағына инеп, уны нисек йыһазландырасағын күрһәтә. 2014 йылда үҙенә өс бүлмәле, ә әсәһенә күрше йорттан бер бүлмәле фатир һатып алған ханым был ваҡиғаны күптән көткән. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусы ғаиләләр инициатив төркөм булдырып, үҙ хоҡуҡтарын тергеҙеү өсөн оҙаҡ көрәшкән.

«Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһындағы «Сейә» торлаҡ комплексына былтыр яңы инвестор «Оникс» компанияһы килә. Уларға төҙөлөштө тамамларға ғына түгел, намыҫһыҙ ойошма артынан йорттарҙы һүтеп, яңынан һалырға тура килә. Атап әйткәндә, йорттарҙың бер нисәүендә һуңғы - дүртенсе ҡат ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан була. Ундағы фатирҙарҙың бейеклеге ике метрға ла етмәй. Был бер ниндәй ҙә нормативтарға тура килмәй. «Оникс» компанияһы уларҙы икенсе ҡатҡа тиклем һүтеп, яңынан өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе ҡаттарҙы һала.

Йыл аҙағына тиклем 8-се, 9-сы, 10-сы һәм 11-се йорттар сафҡа инәсәк. Икенсе һәм өсөнсө сиратта тороусы йорттарҙа ла эш яҡынса 90 процентҡа теүәлләнгән.

Баш ҡаланың Киров урамындағы йорт тураһында ла айырым китап яҙырға мөмкин, тип белдерҙе Артем Ковшов журналистар менән осрашыуҙа. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары әйтеүенсә , алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса эш 2019 йылда башлана. Ул ваҡытта проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрында оҙайлы 125 төҙөлөш һәм 10 меңдән ашыу алданыусы иҫәпләнгән. «Алданған өлөшсөләр» башҡа булмаясаҡ, граждандарҙың торлаҡ хоҡуҡтары ҡануниәт кимәлендә хәл ителгән.

Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында зыян күргән өлөшсөләргә ярҙам итеүҙә республика ҙур эш башҡарған. Һәм тиҙҙән был мәсьәлә тулыһынса хәл ителәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ