Ауыл хужалыҡтарының техника паркын яңыртыу мәсьәләләре бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында үткән күсмә кәңәшмәлә ҡаралды. Ҡабаҡ ауылындағы эре предприятие базаһында ойошторолған сара йылға йомғаҡ яһалды, киләһе йылға бурыс-маҡсаттар билдәләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Яңы техника ағас-ҡыуаҡлыҡтар баҫҡан баҫыуҙарҙы һанаулы ваҡыт эсендә һөрөнтө ергә әйләндерә. Ҡеүәте 350 ат көсөнә торошло. Әлегә ул илдең бер предприятиеһында ла ҡабатланмаған. Сит илдән килтерелгәне лә республикала етештерелгәнә етмәй.
Һынауҙы ла уңышлы үткән. Ошо нигеҙҙә ул агросәнәғәт өлкәһен үҙ урынын табырҙай кәрәкле техника икәнен дәлилләгән. Ҡырмыҫҡалы районындағы предприятиела етештерелгән тракторҙар экспортты тулыһынса тиерлек алмаштырған. Урында ул ауыл хужалығы менән бергә, коммуналь-торлаҡ өлкәһендә файҙаланырлыҡ мөмкинлектәр ҙә уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында үткән айырым семинар-кәңәшмәлә ҡаралды. Республика ауыл эшсәндәре ҡатнашлығында ойошторолған сарала йылға йомғаҡ яһау менән бергә, киләһе йылға план ҡороуға ла ҡайтып ҡалды.
Һуңғы ике йыл эсендә генә Рәсәй етештереүсеһенең техникаларҙы яңыртыу менән бер рәттән, модернизациялау ҙа уңышлы тормошҡа ашырылыуы билдәләнде. Ҡытай һәм Беларуссия араһындағы тығыҙ хеҙмәттәштек һөҙөмтәһендә республика баҫыуҙарына заманса техника сыҡты. Шулай уҡ запас частар менән тәьмин итеү ҙә яйға һалынған. Ошондай уҡ сараның Стәрлетамаҡ районында шулай уҡ илдең күләмле предприятие базаһында үтеүе көтөлә.
Азат Ғәлиуллин






