Федоровка районында мышыға һунар итеүсе браконьер енәйәт урынынан ҡасҡан

«Федоровка районы һунарсылары» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ойошторған рейд барышында Яңы ауыл утарынан өс саҡрым алыҫлыҡта мышы кәүҙәһе табылған. Бер йәшлек инә хайуан тоҙаҡҡа эләкән, уның артҡы бото һынған була. Хәлһеҙләнгән мышы ҡан юғалтыуҙан һәләк булған. Этен эйәрткән браконьер енәйәт урынынан ҡасҡан, урында уның һунар мылтығы табылған. Осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ