«Белореттар- беҙ бергә!» 29 ноябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк концерт-осрашыу шулай тип атала. Белорет районы хакимиәте һәм Иҙел башы яҡташтарының көсө менән ойошторолған сара быйыл махсус хәрби операцияға ярҙам маҡсатында ойошторола.
Концертҡа билет һатыуҙан килгән аҡса тулыһынса алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ебәрелә. Сарала шулай уҡ Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванютаның Өфөлә белем алған район йәштәре менән осрашыуы ла ҡаралған. Бынан тыш, яҡташтар күренекле сәнғәт әһелдәре композитор Заһир Исмәғилев менән актер, режиссер һәм драматург Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәлдәренә сәскә һалырға ла теләк белдергән.



