Ишембайҙа СССР-ҙың спорт мастеры Александр Григорьев призына грек-рим көрәше буйынса ярыш үтте. Беренселек 12 йыл дауамында ойошторолоп, спортсылар араһында абруйлы бәйгегә әүерелгән. Чемпионатта республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200-гә яҡын көрәшсе ҡатнашты. Быйылғы ярыш ҡаланың Спорт һарайы төҙөлөүенә 50 йыл тулыуға арналғайны. Бында урынлашҡан спорт мәктәбендә ҡасандыр төбәк башлығы Радий Хәбиров шөғөлләнгән. Александр Григорьев иһә уның беренсе тренеры.



