Башҡортостанда йыл башынан 2 миллион 600 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Уның 862 мең квадрат метры күп ҡатлы йорттарға, миллион ярым квадрат метрҙан ашыуы шәхси секторға тура килә. 2022 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡынса 5,5 процентҡа күберәк.
Был һандар бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем республикала 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәренә туҡталып Башҡортостан башлығы биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү мәсьәләһенә етди иғтибар бүлергә ҡушты. Күп фатирлы торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәрен үҫтереүгә өлгәшкән муниципаль берәмектәр етәкселәренә рәхмәт белддерҙе.



