Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙы бүләкләне

Эшләйбеҙ, туғандар! Башҡортостан полкы яугирҙары шулай тип белдерә. Уларҙың дөйөм фекерен, бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә, Әсән ҡушаматлы яугир-Радик Динәхмәтов еткерҙе. Бөгөн ялға ҡайтҡан һалдатҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Тантаналы мәлдәргә БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин шаһит булды.

Республикала танылған йырсы, музыкант Радик Динәхмәтов ярты йылдан ашыу инде «Әсән» ҡушаматлы яугир. Ҡулына ҡорал тотоп ул илебеҙ именлеге һағына баҫты. Флейтаһын автоматҡа алмаштырған замандашыбыҙға бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Яу яланы сәхнә түгел, әммә унда ла моңға, изгелеккә, сәнғәткә урын бар,- ти Радик Динәхмәтов. Башҡортостан полкы алғы һыҙыҡта иң яуаплы бурыстарҙы үтәй. Республика һәр яҡлап яугирҙарҙы тәьмин итә тип билдәләй, яугир-музыкант.

Башҡортостан мотоуҡсылар полкы алғы һыҙыҡта август айынан бирле. Уның совтавына артиллерия дивизионы, разведка һәм медицина ротаһы инә.

Оператив кәңәшмәләр залына Башҡортостан полкы командиры урынбаҫары Рөстәм Шаһабетдинов саҡырылғайны. Замполит мотоуҡсыларҙың көндәлек тормошо менән яҡындан таныштырҙы. Хәрби берәмек яҡшы ҡоралланған, аммуниция етәрлек. Яугирҙарҙың рухы көслө. Алғы һыҙыҡта туған телебеҙ ҙә дошманды тар-мар иткән йәшерен ҡоралға әйләнгән.

Денис Камалетдинов легендар шәхес. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Донбаста. Күкрәген өс батырлыҡ ордены биҙәй. Яҡташыбыҙ етәкселек иткән артиллерия дивизионы дошман көстәрен тар-мар итеүгә ҙур өлөш индерә. Командир шәхси составта юғалтыуҙарға юл ҡуймай. Үҙе ауыр йәрәхәтләнгән хәлдә лә , дивизион менән етәкселек итеүҙе дауам итә. Бөгөн уға генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды. Денис Камалетдинов яу юлдарында ла яҙмышым, батыр халҡым менән бергә булғанға сикһеҙ ғорурланам,- тигән фекерҙә.

Яугирҙарыбыҙ дошманды ҡыйратҡан үткер ҡылыс булһа, Башҡортостан уларҙың ныҡлы ҡалҡаны. Халҡыбыҙ берҙәмлеге махсус хәрби операцияла һынала. Республика һынауҙы уңышлы үтә. Эшләйбеҙ туғандар!

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ