Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡаты яраланған яугирҙар менән осрашты. Республика етәксеһе Ватан һаҡсылары менән аралашып, уларҙың теләктәрен, борсоған һорауҙарын тыңланы. Башҡортостанда яугирҙар өсөн 37 ярҙам сараһы ойошторолған. Радий Хәбиров, яраланып аяҡ-ҡулдарын юғалтҡан, контузияланған яҡташтарыбыҙҙың һәр береһенә ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Реабилитация саралары, эшкә урынлаштырыу, ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам ойоштороу һорауҙары юлдары барланды.
Махсус хәрби операцияла яраланған яугирҙар реабилитация сараларын Башҡортостанда үтеүҙе һораны. Ир-егеттәр әйтеүенсә, улар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларындағы госпиталдәрҙә оҙайлы дауалау курсы үтергә мәжбүр. Бынан тыш, яугирҙар протез ҡуйҙырыу өсөн сират мәсьәләһендә күтәрҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөтә теләктәрҙе иҫәпкә алып, һәр осраҡ буйынса ярҙам юлдары ҡараласаҡ тип белдерҙе.



