Өфөлә МХО-ла ҡатнашҡан Әбйәлил яугирҙарына арналған волейбол турниры үтте

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Әбйәлил яугирҙарына арналған волейбол турниры үтте. Спорт ярышын яҡташтар берлеге һәм «Спартак» физкультура - спорт йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған. Чемпионатта Әбйәлил районынан сыҡҡан төрлө быуын кешеләре командаларға бүленеп үҙ көсөн һынап ҡараны. Волейбол турнирынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Залда төрлө быуын кешеләрен, төрлө һөнәр эйәләрен, хатта тотош республикаға билдәле шәхестәрҙе күрергә мөмкин. Әммә бөтәһен дә бәйләгән уртаҡ сифат бар. Улар Әбйәлил районында тыуып үҫкән. Берәүҙәр урманлы, икенселәре ялан зонаһынан, өсөнсөләре бөтөнләй күлдәргә бай ерлектән. Шулай ҙа һәр береһенең күңелендә тыуған төйәгенә, яҡташтарына һөйөү йәшәй.

Әбйәлил районында волейбол буйынса дан тотҡан ауылдар күп. Шуға күрә лә турнирҙа ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ йыйылған. Спорт ярышы берҙән тәнде яҙып алып мөмкинлеге, икенсенән, яҡташтар менән аралашыу, ти команда ағзалары.

Волейбол турниры махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Әбйәлил яугирҙарына арнала. Ойоштороусылар киләсәктә спорт ярышының даирәһен тағы ла киңәйтергә иҫәп тота. Артабан турнирҙы тотош көньяҡ зона өсөн уҙғарыу күҙаллана.

Волейбол турнирында ҡатнашыусылар 4 командаға бүленеп көс һынашты. Һәүәҫкәрҙәр ҡатнашыуға ҡарамаҫтан спорт ярышы көнө буйы тиерлек һәм көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә еңеүҙе йәштәрҙе йыйылма командаһы яуланы.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ