Республика Башлығы Радий Хәбиров төп темалар менән таныштырҙы. Мәртәбәле сара барышында төбәктәрҙә иҡтисад өсөн яуаплы етәкселәрҙең беренсе координация кәңәшмәһе лә уҙа. Уны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников үткәрә. Радий Хәбиров халыҡ-ара бизнес аҙналығына етди әҙерләнеү бурысын ҡуйҙы.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 22 ноябрҙә башлана һәм дүрт көн дауам итә. Төбәк иҡтисадына бәйле саралар 30 ноябрҙән 1 декабргә тиклем үтә.







