Яугирҙең тыуған ере Ҡалтай ауылында уға бюст асылды. Илвир Ғәлләмов мәктәптән һуң Ҡазан юғары танк училищеһын тамамлай. Өлкән лейтенант танк взводы командиры була. “Илвирҙың олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында алыша. Улыбыҙ ҙа ил һағына баҫты. Бурысын намыҫ менән үтәне “, - ти батырҙың ата-әсәһе Ирина һәм Ильмир Ғәлләмовтар.
Быйыл Илвир Ғәлләмов уҡыған Ҡалтай урта мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылған, төрлө саралар ойошторола. “Ильвир менән ғорурланабыҙ”, - ти директор Гүзәл Сафина.
Илвир Ғәлләмов үткән йылдың мартында һәләк булды. Уға 25 йәш ине. Яугир үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына күрһәтелде.







