Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры тамамланды. Быйылғы бәйгелә илдең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса лидерҙар үҙҙәренең оҫталығын раҫланы, әммә турнирҙа көтөлмәгән асыштар ҙа булды, шул иҫәптән ярыш дебютанттарынан. Батырҙан алышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә традицион турнир сағыу һәм тантаналы асылды. Тап ул республикала милли көрәште үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөн төбәктә спорттың был төрө менән 3 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә.
Ярыш ике көн буйына барҙы. Ярымфинал һәм финал айырыуса көсөргәнешле үтте. Тәүҙә келәмгә 18 йәшкә тиклемге егеттәр, һуңынан өлкән спортсылар сыҡты.
Азамат Хәбетдинов мәртәбәле бәйгелә тәүге тапҡыр ғына ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, призер булырына ышана. Сөнки ул был ярыштарға оҙаҡ һәм тырышып әҙерләнә. Һөҙөмтәлә хәл иткес алыштар таҙа еңеү менән тамамлана.
Рамаҙан Ильясов былтыр ошо турнирҙа бронза миҙал яуланы. Ә һуңыраҡ һабантуйҙа йәрәхәт алып, бер нисә ай бөтөнләй күнекмәләр үткәрмәй. Ярты йылдан һуң башҡорт егете йәнә келәмгә сыҡты һәм пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде.
Турнирҙа Башҡортостандан 108 көрәшсе ҡатнашты. Артур Зөлҡәрнәев менән Рәмил Ғәлимов үҙҙәренең оҫталығын тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Шулай уҡ Айгиз Зәйнетдинов та бер кемгә лә бил бирмәне.
Ғәҙәттәгесә, миҙал өсөн көрәштә Башҡортостандың төп конкуренты - Татарстан командаһы. Дәғүәселәр ҙә быйыл һынатманы. Дөйөм алғанда, Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә ярышта шәхси беренселектә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә Рәсәйҙең спорт мастеры исеме биреләсәк.
Илдар Байбулатов



