Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш, уларҙың иҫкереүе, хәүефһеҙелек ҡағиҙәләрен инҡар итеү. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереү үткәрҙе. Кушнаренко районы Шәрип ауыл биләмәһендә янғынға ҡаршы рейд һөҙөмтәһендә ут һүндереүселәр күп кенә етешһеҙлектәргә тап булды. Белгестәр тикшереү өсөн Шәрип ауылын юҡҡа ғына һайламаған, йыл башынан бында 6 кешенең ғүмере ут эсендә өҙөлгән. Рейд барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Йорттағы тәмәке төпсөктәре хужабикәне артыҡ борсомай. бәлиғ булмаған ике балаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын насар ғәҙәтен ташларға ашыҡмай, өйҙә тәмәке тарта. Янғынды иҫкәртеү буйынса инструкторҙар төркөмө йортта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерҙе, өйҙә һәр ваҡыт һыу һәм ҡом тултырылған һауыттар тоторға кәңәш итте.
Яңғыҙ йәшәүселәр, алкоголь эсемлектәр менән мауығыусылар, оло йәштәгеләр хәүеф төркөмөнә ҡарай.
Янғынға ҡаршы рейдта ҡатнашыусылар тиҫтәнән ашыу йортта булды, ут сығыу хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртте. Ҡайһы бер йорттарҙа мейестәр иҫкергән, уларҙы һыларға, электр сымдарын алыштырырға күрһәтмә яҙылды. Интсрукторҙар янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы беркетте.
Белгестәр иҫкәртмә яҙылған ғаиләләргә бер аҙнанан тағы килергә вәғәҙә итте, ошо ваҡыт эсендә етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш. Был саралар тәү сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлау, фажиғәне булдырмау өсөн башҡарыла.
Лилиә Мәҡсүтова






