Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы үтте

Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡ эргәһенән алып Ергән ауылына тиклемге өлөшөн киңәйтеү киләһе йылдың яҙында башлана. Был турала Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумда белдерелде. Транспорт яңылыҡтары күргәҙмәһен үҙ эсенә алған күләмле сара был аҙнала Мәскәүҙә үтте. Уның барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Фекер алышыуҙа яңы юлдар һалыу, күперҙәр төҙөү, Өфөнөң трамвай селтәрен яҡшыртыу кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Ҡытай делегацияһы Башҡортостан стенды менән таныша. Сит ил вәкилдәрендә айырыуса «Сибай - Яңы Рудный» тимер юлы проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әлбиттә, был аңлашыла, сөнки яңы магистраль Урта һәм Төньяҡ Уралдың көнсығыш райондарын Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Ҡытай менән туранан-тура бәйләй.

Башҡортостан стенды Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллиндың да иғтибар үҙәгендә булды. Республика башлығы вице-премьерҙы төбәктең төп инфраструктур проекттары менән таныштырҙы. Яҡтар транспорт объекттарында эштәрҙе ваҡытында финанслау һәм Башҡортостандың федераль үҙәк менән үҙ-ара хеҙмәтәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Өфөлә транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн кәмендә ике күпер талап ителә. Шуларҙың береһе Черниковка биҫтәһендә, икенсеһе Кузнецов Затонында. Һуңғыһын тормошҡа ашырһалар, Башҡортостан өсөн был тәүге вантлы, йәғни аҫылмалы күпер буласаҡ.

Концессия шарттарында Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә трамвай юлдарын төҙөкләндереү ҙә көтөлә. Бының өсөн федераль грант йәлеп итеү ҡарала. Форум сиктәредә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Мовиста төркөмө» йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Радий Хәбиров республикала ҙур инфраструктур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән һөйләште. Шуларҙың береһе - «Волга» М - 7 федераль трассаһы участкаһын төҙөү.

«Росавтодор» етәксеһе Башҡортостандың идара командаһын яңы юл өсөн ерҙәрҙе алып, документлаштырыу, инженер коммуникацияларын үҙгәртеүҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте билдәләне.

Федераль трассалар төҙөү мәсьәләһе «Автодор» дәүләт компанияһы етәкселеге менән осрашыуҙа ла тикшерелде. Киләһе йыл Дүртөйлөнән Свердловск өлкәһенең Әшит ҡасабаһына тиклем М-12 «Көнсығыш» тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы участкаһы файҙаланыуға тапшырыла. Яңы трассала Ағиҙел аша күпер һалғанда үҙенсәлекле ысулдар ҡулланыла.

Төбәк башлығы Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Басаргин менән дә фекер алышты. Унда легаль булмаған ташыусыларҙың эшмәкәрлеген яйға һалыу, автомобиль трассаларында ауырлыҡ контроле, ҡала транспорты һәм башҡа көнүҙәк проблемалар менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Дөйөм алғанда, фекер алышыуҙар барышында мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерер, хәүефһеҙлекте тәьмин итеп, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерер тип көтөлә. «Транспорт форумы» ошо маҡсатты күҙ уңында тотто ла инде.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ