Башҡортостан Ҡытайға ауыл хужалығы тауарҙары һатыуҙы арттыра

Республика ауыл хужалығы министрлығы һәм Ҡытайҙың халыҡ-ара бизнес үҫеше үҙәге ошо турала килешеү төҙөргә ниәтләй. Документҡа Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡул ҡуйыу көтөлә. - Ҡытай ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Республика был дәүләт менән сауҙа итә. Тауар әйләнешен тағы арттырыу мөмкинлеге бар, - тине вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы  бөгөн башлана.

Фото №1 - Башҡортостан Ҡытайға ауыл хужалығы тауарҙары һатыуҙы арттыра
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ