Ауырғазы районы үҙәгенең Төньяҡ-2 биҫтәһендәге торлаҡ йорттар газға тоташтырылды

Хәҙер урында йәшәүселәр йорттарға «зәңгәр яғыулыҡ» индерә ала. Газ селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 16 километр. Был 600-ҙән ашыу йортто газға тоташтырырға мөмкинлек бирәсәк. Талбазы ауылы микрорайонында газ үткәреү «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса башҡарылған. Нафиҡовтар ғаиләһе яңы биҫтәлә йорт һалып, өс ай элек йәшәргә күсә. Ошо ваҡытҡа тиклем газ баллоны, электр духовка менән ҡулланалар. Хужабикә әйтеүенсә, газ электр энергияһына ҡарағанда арзаныраҡ.

Шулай уҡ «Төньяҡ-2» биҫтәһенең юл селтәрен асфальтлау, мәктәп һәм балалар баҡсаһын төҙөү планлаштырыла. Эш ваҡытынан алда бара. Әйткәндәй, ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү сиктәрендә һыу үткәргес торбалары һалынған, электр селтәре һуҙылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ