Берҙәмлектә көс. Баймаҡ районы халҡы хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә һәр ваҡыттағыса гуманитар ылау әҙерләй. Беҙҙең киләһе яҙма Таулыҡай һәм Буранбай ауылдарынан әҙерләнде.
Буранбай ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары бер нисә көн рәттән ауыл китапханаһына йыйыла. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә йөндән йылы бейәләйҙәр, бирсәткәләр бәйләй.
Яугирҙәргә - быҡтырылған ит. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы яуҙағы ир-егеттәргә һыйыр малы салды. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡорбандан быҡтырылған ит әҙерләне.
Ил һағында торған яҡташтарыбыҙ өсөн иң яҡшыһы-ышаныслы тыл. Өй ризыҡтары, тимер мейестәр, күсмә мунсалар, көнкүреш-кәрәк яраҡтары - барлыҡ гуманитар ылау ҙа тыныслыҡ һағында торған яугирҙәр өсөн.
Альбина Байегетова






