Студенттарға каникул осоронда өҫтәмә һөнәри белем, аҡса эшләү мөмкинлеге һәм мауыҡтыуғыс ял. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары балыҡ тотоу миҙгелендә студент отрядтарында балыҡ эшкәртеүсе һөнәрен үҙләштерәсәк.
Юғары уҡыу йорто студенттары араһында был һөнәрҙе «Белуга» студент отрядына яҙылыусылар аласаҡ. Киләһе йыл июль башында балыҡ ҡармаҡлау миҙгелендә йәштәр студент отряды менән Камчатка крайында, Сахалин утрауында урынлашҡан заводтарҙа һөнәри тәжрибә туплай, бушлай белем аласаҡ. Студент отрядтарында эшләүселәр тейәү, таҙартыу, ыуылдырыҡтарҙы тултырыу буйынса балыҡ эшкәртеүҙең тулы циклында ҡатнаша. Балыҡ эшкәртеүсе һөнәренә өйрәнергә теләүселәр, романтикаға тартылыусы студент-йәштәр экрандағы сайт аша анекта тултырып бөгөндән ғариза яҙа ала.






