Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Фәләстанды ташлап китергә мәжбүр булған граждандар өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункттарын ойошторорға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков сил ил ҡасаҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Ултырышта 250-гә яҡын кешене Башҡортостанға ебәреү мөмкинлеге ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта төбәктең ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү тәжрибәһе иҫәпкә алынды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь башында Радий Хәбиров Башҡортостандың дин әһелдәренең һәм халыҡтың Фәләстандың тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында башланғысын хупланы. Һүҙ дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ебәреү хаҡында бара. Кәрәк-яраҡтарҙы йыйыу «Башсельхозтехника» предприятиеһының республика логистика үҙәгендә ойошторолдо.






