Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланды

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында төҙөкләндерелгәндән һуң Ҡамайылға аша күпер транспорт хәрәкәтенә асылды. Объектта эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса башҡарылды. Ҡамайылға аша БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин үтеп ҡараны.

Көҙгө ямғырҙарҙан һуң Ҡамайылға йәнә ярһып аға. Йәйге осорҙа ул йыш ҡына ҡороһа ла, яҙлы көҙлө ярҙарынан сыға. Ташҡын һыуҙары элекке күперҙең нигеҙен йыуған булыу сәбәпле, уға ремонт талап ителде. Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы сафҡа индерелгәндән бирле төҙөкләндерелмәгән яһалма ҡоролмаға капиталь ремонт үткәрелде. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса башҡарылған эштәр апрелдән бирле дауам итте.

Яңыртылған күперҙә йәйәүлеләр өсөн дә уңайлыҡтар бар. Ҡамайылға аша хәҙер атлап үтеүе лә хәүефһеҙ. Күперҙәге тротуарҙы, автомобиль юлынан махсус кәртә айыра.

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы баш ҡаланың республиканың көньяғы менән тоташтырған төп транспорт артерияларының береһе. Автомобилдәр хәрәкәте көслө. Капиталь ремонт мәлендә күперҙәге сикләүҙәргә бәйле бер аҙ тығындар күҙәтелһә лә, был ваҡытлыса ҡыйынлыҡ булды ти, Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре. Күпер сәйәхәтселәргә лә, урындағы халыҡ өсөн дә бик мөһим объект.

Ҡамайылға аша һалынған күперҙә капиталь ремонт ноябрь аҙағына тамамланырға тейеш. Подрядсы ойошма вәкилдәре иһә, әле Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 212-се саҡырымында тимер юлы аша һалынған үткәүелде төҙөкләндерә. Ундағы эште киләһе йылға тамамлау ҡарала.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ