Быйыл республикала Менталь сәләмәтлек үҙәге асылды

Быйыл республикала аутизм менән сирле балаларға ярҙам итеү маҡсатында Менталь сәләмәтлек үҙәге асылды.

Дауалау учреждениеһында менталь проблемалары булған сабыйҙарҙы асыҡларға, аутизм менән сирләгән балаларҙың теүәл һанын билдәләргә ярҙам итәләр. Йыл башынан үҙәктә республиканың төрлө район-ҡалаларынан мең ярым үҙенсәлекле бала реабилитация үткән, 600 сабыйға аутизм диагнозы ҡуйылған.

Менталь сәләмәтлек үҙәгендә үҙенсәлекле балалар менән аралашыу буйынса әсәйҙәр өсөн уҡыуҙар ойошторолған. Шулай уҡ учреждение хеҙмәткәрҙәре лә даими белемен камиллаштыра. Әсәйҙәр көнө алдынан үҙәктә шөғөлләнеүсе һәм учреждение тормошонда әүҙем ҡатнашыусы әсәйҙәр рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова әсәйҙәргә сәләмәтлек һәм түҙемлек теләне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ