Республикала пациенттар көнкүрешен еңелләштереү өсөн төрлө саралар күрелә. Әйтәйек, Ҡырмыҫҡалы районында «Беренсел звеноны модернизациялау» федераль проекты сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һәм үҙәк район дауаханаһына заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Уңайлыҡтар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Сабыйҙы дауалау өсөн, элеккесә, район үҙәгенә йөрөйһө түгел. Прививка эшләү, ҡан тапшырыу хатта диспансер тикшереү үтеү ауыл ерлегендә башҡарыла. Константиновкала ФАП төҙөлгәс, урындағы халыҡтың, айырыуса пенсионерҙарҙың көнкүреше ярайһы уҡ еңелләшә. Быйыл медицина учреждениеһына «Земство фельдшеры» программаһы сиктәрендә йәш белгес эшкә төшкән.
Шулай уҡ республика ФАП-тарында өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙырылды. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса медицина учреждениеларында дарыу һатыла башланы. Исемлектә йәмғеһе 8 меңдән ашыу препарат. Әлегә тик ҡулаҡса ғына ҡабул ителә.
Быйылдан район биләмәһен тәгәрмәсле ФАП хеҙмәтләндерә. Беренсе модулле пункт федераль проект сиктәрендә һатып алынған. Машина графикҡа ярашлы ауылдар буйынса йөрөп, төрлө йәштәге пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн ҡулайлаштырылған.
Мобиль ФАП тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһы ролен дә үтәй. Күсмә дауахана заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Бригадала өс белгес эшләй. Йәмғеһе республикала 46 күсмә медицина учреждениеһы бар.
Рәзилә Ғиниәтуллина



