Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында

Реконструкциянан һуң уның 300 урынлыҡ ҙур һәм 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы буласаҡ. Театр үҙгәрештәрен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барып күрҙе.

Театр элгестән башлана, тиһәләр ҙә, барлыҡ тылсым - уның сәхнәһендә. Ҡурсаҡ театрының 300 урынлыҡ ҙур залында өс кимәлле уникаль сәхнә ҡуйылған. Ул постановкаларҙы ҡыҙыҡлы итеп күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Әле бында буяу эше тамамланып килә, һуңғы штрихтар ҡалған.

Ҡурсаҡ театрын яңыртыу ике йыл элек башлана һәм уны йыл аҙағына тамамлау күҙаллана. Яңы бинала тәүге спектаклдәрҙе йәш тамашасылар яңы йыл байрамдары алдынан ҡарай аласаҡ. Реконструкциянан һуң театр бинаһының дөйөм майҙаны ике тапҡырға - 6 мең 400 квадрат метрға тиклем артҡан. Төҙөлөш ваҡытында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында һыйынған труппа яңы бинаға күсеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көтә.

Реконструкция сиктәрендә беренсе ҡатта 135 урынлыҡ бәләкәй зал һәм Александр Пушкин әкиәттәре стилендә биҙәлгән театр кафеһы эшләйәсәк. Ә икенсе ҡатта ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив уйын бүлмәһе асыла. Яңыртылған театрҙың ҡыйығына Ер шары моделе ҡуйыла.

Яңыртылғандан һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн иҫтәлекле урынға әүерелеүенә шик юҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ