“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, Әлшәй районы үҙәге – Раевка ауылында һыу таҙартыу ҡоролмалары төҙөү тамамланды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылда Бөрө, Туймазы, Шишмә, Ҡыйғы, Кушнаренко райондары һәм Өфө ҡалаһында һыу системаларын яңыртыла. Һуңғы биш йылда 23 объекта төҙөкләндереү үткәрелгән. Милли проектҡа ярашлы, 2024 йылда республика халҡының 91 проценты таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителергә тейеш.







