Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау тамамлана

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл 276 йорттағы 758 подъезд тәртипкә килтерелә. Бының өсөн республика бюджетынан 646 миллион һум тотонолған, тағы 72 миллион һум район һәм ҡалалар ҡаҙнаһынан өҫтәлгән. “Фатир хужалары ремонт барышын етди күҙәтә һәм етешһеҙлектәр бөтөрөлмәйенсә актҡа ҡул ҡуйылмай, подрядсыға аҡса күсерелмәй”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау 2019 йылдан башланды. Программа барышында 2 мең 247 йорттағы 7 мең 413 подъезд төҙөкләндерелде.

Фото №1 - Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау тамамлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ