Мәктәп уҡыусылары республика предприятиелары эшмәкәрлеге менән таныша

«Киләсәккә билет» Федераль проекты сиктәрендә мәктәп уҡыусылары республика предприятиелары эшмәкәрлеге менән таныша. Өфө районында урынлашҡан ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе - Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге ишектәре лә үҫеп килгән быуын өсөн асыҡ.

Нөрлө һәм Октябрьский ауылдары мәғариф учреждениеларында белем алыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышҡандан һуң, ҡаҙан-турбина цехында булды, производство майҙансыҡтарын, идара итеү системаһын ҡараны. 440 мегаватт электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гикакалорий йылылыҡ бүлеп сығарыуға иҫәпләнгән станция Өфөнө хеҙмәтләндерә.

«Киләсәккә билет» проекты дүртенсе йыл тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә утыҙ меңдән ашыу уҡыусы профориентация сараларына йәлеп ителгән. 2020 йылдан алып Һөнәри әҙерлек үҙәге проекттың төбәк операторы булараҡ сығыш яһай. Предприятиеларҙа экскурсиялар танып-белеү форматында ойошторола. Әйтәйек, Затон йылылыҡ-энергетика үҙәгендә балалар өсөн викторина ла уҙғарылды, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ