Башҡортостанда инвесторҙарға субсидия бирелә

Республика хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар. Уға ярашлы, 2024 йылда инвестиция эшмәкәрлеге алып барыусыларға өҫтәп 400 миллион һум йүнәлтелә. Республика адреслы инвестиция программаһына төҙәтмәләр индерелә. 2021 йылда инфраструктура объекттарын төҙөүселәргә  субсидия биреү ябайлашты. 500 миллион һум инвестиция йүнәлтеүселәргә сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана. Федераль трассаларҙа объекттар өсөн - 50 миллион һәм республика юлдарында 20 миллион һумлыҡ инвестиция өсөн дә субсидия алырға мөмкин.  Инвестиция йәлеп итеү, инвесторҙар өсөн шарттарҙы яҡшыртыу темаһы  был көндәрҙә Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығына ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда  инвесторҙарға субсидия бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ