Бөгөн Өфөлә «Иртәгәнән һуң. Эшҡыуарлыҡ күҙлегенән» тип аталған халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. Ун алтынсы халыҡ-ара бизнес аҙналығы быйыл 4 меңдән ашыу кешене берләштерә. Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм 21 илдән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығының беренсе көнөндә эшлекле программа сиктәрендә бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары, төҙөлөштөң һанлы киләсәге, электрон сауҙа, заман шарттарында эшҡыуарлыҡты яҡлау тикшерелә, пленар ултырыш үткәрелә.






