Башҡортостан яугирҙары пехотаға ҡеүәтле ярҙам күрһәтә

Һөжүм иткәндә лә, һаҡлағанда ла бер тигеҙ дәһшәтле, улар махсус хәрби операция биләмәһендә төп ролдәрҙең береһен уйнай. Краснолиманск йүнәлешендә Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы менән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының реактив артиллерия батареяһы пехотаға ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә. Нацистарға ҡаршы көрәштә объектив контролде пилотһыҙ осоу аппараттары тәьмин итә. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Залп уты реактив системаһын хәрбиҙәр яратып Ҡарлуғас тип йөрөтә. Ил һаҡсыларына маҡсат алып позицияға сығыуға, йәйелдереүгә һәм хәрби атыуға бер нисә минут ҡына ваҡыт китә. Һуңынан экипаж ҡабаттан йәшерен позицияларына ҡайта, техниканы маскировкалай, һәм сираттағы бойороҡто көтә.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының реактив артиллерия батареяһы яҡташтарыбыҙ менән тулыланған. Күптәрҙең әрме хеҙмәте генә түгел, Афған, Төньяҡ Кавказ, Сүриә һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Тыуған ил һағына яңынан баҫыу - һәр контрактсының аңлы аҙымы, үҙ ҡарары.

Өс ай инде реактив бригадалар беҙҙең пехотаға ут ярҙамы күрһәтә. «Башҡортостан» полкы яңы хәрби машиналар менән ҡоралланған. Ә өйҙәге шарттарҙы улар үҙҙәре булдырған. Блиндаждарҙа йылы һәм уңайлы. Башҡортостандан гуманитар ярҙам айына ике тапҡыр килә. Эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡтар юҡ.

Сираттағы бойороҡ яңғырай. Хәрби расчет йәшерен позицияларҙы ҡалдырып, задание үтәү өсөн билдәле бер нөктәгә сыға.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары менән мәғлүмәттәрҙе тикшереп, елгә һәм метеошарттарға төҙәтмәләр индереп, реактив бригада бойороҡто үтәүгә әҙер. «Айғыр» операторҙары менән парлы эшләп, реактивсылар Краснолиманск йүнәлешендә Башҡортстан полкы пехотаһына ярҙам итә. Дошмандың ут позициялары көндөҙ ҙә, төндә лә күҙәүҙә тотола. Маҡсат буйынса эшләгәндән һуң, хәрбиҙәр тиҙ арала асыҡ ерҙән китә, сөнки бында яуап килеүе ихтимал.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ