Өфөлә «Красин» боҙватҡысына арналған күргәҙмә асылды

«Красин» боҙватҡысы Өфөлә. Баш ҡаланың Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында тарихи судноға арналған күргәҙмә асылды. Тәүҙә пароход «Святогор» исемен йөрөтә. Ул тиҫтәләрсә йылдар донъялағы иң яҡшы боҙватҡыс булып һанала һәм бик күп экспедициялар, суднолар ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Үҙе лә һыуға батырыла һәм һуңынан яңынан сафҡа индерелә. Англияла ла хеҙмәт итә.

1927 йылда боҙватҡыс исеме ,уны Рәсәйгә ҡайтарыуҙа ҙур өлөш индергән дипломат Леонид Красин хөрмәтенә үҙгәртелә. Әле судно Санкт Петербургта һәм уның бортында музей асылған . Ул дәүләт кимәлендәге һәйкәлдәр исемлегендә. Өфөгә боҙватҡыс экспозицияһының бер өлөшө генә килтерелгён. Унда төрлө ваҡыттарҙа эшләгән экипаждың кәрәк-яраҡтары, судно ҡорамалдары, документтар менән , тарихи фотолар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә киләһе йылдың 21 ғинуарына тиклем баш ҡалала була.

Һеҙ бында үҙегеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәсәкһегеҙ. Сөнки боҙватҡыста кешеләр йәшәй һәм ул экипаж өсөн йорт булған. Бында ветриналар юҡ. Уларҙың урынына судно шкафтары, Барыһы ла быяла аҫтында, бар экспонаттар ҙа беркетелгән. Карапта ла бит тулҡындарҙа йөҙгән ваҡытта әйберҙәр ҡолап төшмәһен өсөн беркетеп ҡуйыла.

Ирина Стонт, Донъяуи океан музейының Санкт-Петербургтағы «Красин» боҙватҡысы филиалы директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ