Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яңы китаптар тәҡдим итә

Был юлы онлайн форматта. Нәшриәтселәр 3 башҡорт халыҡ әкиәте - «Моң сере», «Әбйәлил» һәм «Йомғаҡ»ты аудиокитап рәүешендә яҙҙырған. Халыҡ ижадын ике телдә тыңларға була. Башҡортса әҫәрҙәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зәйнетдин уҡыған. Руссаға тәржемә ителгән әкиәттәрҙе билдәле рус йырсылары тауышландырыуында тыңларға мөмкин.

Ойоштороусылар фекеренсә, һанлы әкиәт балалар араһында киң таралыу яуларға тейеш. Заманса мөмкинлектәр ярҙамында башҡорт теле һәм ижадын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты ҡуйылған.

Аудиоәкиәттәрҙе «Китап» нәшриәте сайтында йәки «Яндекс музыка» платформаһында тыңларға була. Бынан тыш, улар «Алиса» аҡыллы колонкаһына ла тоташтырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ