Рәсәй Оборона министрлығы яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте видеояҙмаһы менән уртаҡлашты

Рәсәй Оборона министрлығы герой-фронтовик Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы хеҙмәте видеоһын социаль селтәргә һалған. Яугирҙар Украина хәрби көстәренең артиллерия батареяларын юҡ итеү буйынса утты туҡтатмай. Разведчиктар ебәргән бөтә маҡсаттар ҙа - идара итеү пункттары, хәрби припас, ҡорал һәм техника келәттәре шартлатыла.

Разведка төркөмө дошман биләмәһен пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында тикшерә. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион артиллеристары дошман позицияларын 122 миллиметрлыҡ снарядтар менән юҡ итә. Үҙәк хәрби округы разведчиктары һәм артиллеристары хеҙмәте ярҙамында дошман хәрби припастар һәм шәхси составты арттыра алмай.

Бындағы ер тигеҙ түгел, шуныһы ҡатмарлы. Тик беҙ һалдаттар, төрлө ауырлыҡтарға ла күнеккәнбеҙ. Дошман ҡайһы саҡ әүҙемләшеп китә, тик һуңғы арала беҙҙең көс нығыраҡ икәне һиҙелә. Уңышлы хеҙмәт һалдаттарҙың берҙәм булыуынан килә.

«Ларри» хәрби ҡушаматлы яугир

Фронтта «ял» тигән төшөнсә юҡ. Беҙ һәр саҡ сафта, көндөҙ ҙә, төндә лә дежур итәбеҙ. Тәүлек әйләнәһенә хәрби бурысыбыҙҙы үтәргә әҙербеҙ. Башлыса прицелда тотоп атабыҙ, хәрәкәт иткән һәм итмәгән объекттарҙы юҡ итәбеҙ.

«Гамбит» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ