Теләге булғандар махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй ала

Республика хәрби комиссариатында буласаҡ яугирҙарға хәрби хеҙмәткә инеү тәртибен, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирә, ниндәй документтар кәрәклеген аңлата. Контракт төҙөүгә запастағы граждандар, яңы хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты район-ҡалаларҙа асылған хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса мобиль мәғлүмәт пункттарында ла алырға мөмкин. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби хеҙмәт үткән граждандарҙың айырым категорияларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 10 ноябрҙән һуң контракт төҙөгән граждандар өҫтәмә 100 мең һумлыҡ түләү аласаҡ. Шулай уҡ Оборона министрлығынан - 195 мең һум Өфө һәм Башҡортостан ҡалалары меценанттарынан 100 мең һум түләнәсәк. Шулай итеп, яңы түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда, контрактҡа ҡул ҡуйыусыларға бер тапҡыр 400 мең һум күләмендә аҡса түләнә. Алдан хәбәр ителеүенсә, махсус хәрби операция яугирҙарының минималь эш хаҡы 210 мең һумға тиклем артҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ