Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды

Экспозицияла тиҫтәләгән экспонат һәм һынлы сәнғәт өлгөләре урын алған. «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең Башҡортостан бүлексәһе менән Хәрби дан музейы яугирҙарҙың форма һәм амуницияһын, Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби ҡорал фрагменттарын алып килгән. Шулай уҡ «Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләбеҙ» хәрәкәте үҙҙәре етештергән продукция өлгөләрен тәҡдим итте.

Күргәҙмәгә Башҡортостандың Милли музейы экпонаттары ла сығарылған. «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел» исемле майҙансыҡ махсус хәрби операцияла бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙға арналған. Уларҙың портреттары, шәхси әйберҙәре урынлашҡан. Экспозицияны булдырыуҙа геройҙарҙың ғаиләләре ҡатнашҡан, улар шәхси архивтарҙан фотолар биреп, яҡындары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ