Ҡырғыҙстан Республикаһының юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Ҡырғыҙстан мәғариф академияһы һәм төбәк мәғариф департаменттары етәкселәре, мәктәп директорҙарынан торған делегация Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына тәжрибә уртаҡлашырға килде.
«Рәсәй менән Ҡырғыҙстан мәғариф киңлеге» стратегик сессияһы сиктәрендәге эшлекле осрашыу 23 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Төп маҡсат- Рәсәй дәүләт стандарттары һәм Ҡырғыҙстан милли дәүләт стандартына ярашлы берлектәге Рәсәй-ҡырғыҙ мәктәптәре мәғариф проекты менән таныштырыу. Ҡунаҡтар «Манас-Урал» кабинетын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ике төрки халыҡтың эпос батырҙары исеме менән аталған кабинет ҡырғыҙ һәм башҡорт йәштәрен үҙенә тартып торған үҙәк буласаҡ. Был кабинетта лекция һәм практик күнекмәләрҙән тыш осрашыуҙар, конференциялар ойоштороу ҙа күҙаллана.
Аҡмулла университеты 2021 йылдан бирле Ҡырғыҙстанда Рәсәй дөйөм белем биреү тәжрибәһен таратыу буйынса эш алып бара. Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары асыҡ лекциялар ҙа уҡыясаҡ. Бынан тыш, Ҡырғыҙстандан Өфөлә уҡыусы стуленттар менән осрашыуҙар үткәреү күҙаллана. Стратегик сессия сиктәрендә Өфөнөң 39-сы гимназияһы, Ҡаракүл, Батҡын, Бишкәк дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды.
Ҡырғыҙстанда рус телендә уҡытҡан туғыҙ мәктәп төҙөләсәк. Уларҙың өсәүһенә яңы уҡыу йылынан ил президенты Владимир Путин һәм Ҡырғыҙстан Президенты Садыр Жапаров ҡатнашлығында башланды.Ҡырғыҙстанда рус телен уҡытыуға булышлыҡ итеү маҡсатында педагогия университетында белгестәр әҙерләнәсәк.



