Журналист һәм блогер Ильяс Батыргәрәев хәбәр итеүенсә, тағы ла ике ат хәрби постҡа баҫа. Быға тиклем Әбйәлил һәм Буян ҡушаматлы малдар техника үтә алмаған урындарға йөк ташыу өсөн ҡулланыла башлағайны. Аттар махсус хәрби операция биләмәһенә “Башҡорт” ҡушаматлы полк командиры үтенесе буйынса килтерелә. “Яугир аттар – Черныш һәм Малыш хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй ала”, - ти Ильяс Батыргәрәев.







