Бөрйәндә яугир әсәләрен ҙурланылар

Райондың Байназар ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең яҡындары ҡатнашлығында сара үтте. Ул 26 ноябрҙә билдәләнгән Әсә көнөнә арналды. “Улдарыбыҙ алғы һыҙыҡта. Улар ил именлеген һаҡлай. Һалдаттарыбыҙ иҫән-имен ҡайтһын өсөн доға ҡылабыҙ”, - ти яугирҙәрҙең әсәләре Әлиә Ғазина һәм Гөлсирә Науразбаева.

Бөрйәндә яугир әсәләрен ҙурланылар

Республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам ҡаралған. “Бөрйәндә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Хоҡуҡтарын аңлатабыҙ, хәстәрлек күрһәтәбеҙ”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева.

Бөрйәндә яугир әсәләрен ҙурланылар
Фото №1 - Бөрйәндә яугир әсәләрен ҙурланылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ