Мәртәбәле сара Өфөлә 1 декабргә тиклем дауам итә. Башҡортостан Башлығы Беларусь Иҡтисад министры Юрий Чеботарь менән аралашты. Уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров Ҡытайҙың Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге етәксеһе Ли Янцзюнь менән дә әңгәмә ҡорҙо. Хеҙмәттәшлекте һәм сауҙаны үҫтереү, яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре күтәрелде.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының тәүге көнөндә бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Беларустең Брест районы һәм Башҡортостандың Өфө районы туғандаш мөнәсәбәттәр урынлаштырҙы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Ҡытай-Беларусь индустриаль паркы хеҙмәттәшлек итергә килеште, “Рәсәй терәге” эшҡыуарлыҡ төбәк ойошмаһы һәм “Башҡортостан микрокредит компанияһы” уртаҡ проекттар тормошҡа ашырырға ниәтләй. Форумда 21 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.







