Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны вице-премьер Марат Хөснуллин уҙғарҙы. Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостан етәкселегенә проекттарҙың ваҡытында ғәмәлгә ашырылыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. - Башҡортостанда бөтә күрһәткестәр һәйбәт. Торлаҡ төҙөлөшөндә һөҙөмтәләр үтә яҡшы, - тине Марат Хөснуллин.




