Парламентарийҙар Дәүләт думаһы тарафынан тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекттары өҫтөндә эшләне. Көн тәртибендә алдағы йылдарҙа республика бюджетын планлаштырыу, килемдәрҙе һәм сығымдарҙы геосәйәсәт мәсьәләһенән сығып билдәләү, граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан бюджетының 2024 - 2026-сы йылдарға закон проекты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ултырышының төп темаһы булды. Киләһе йылға республика бюджеты килеме 289 млрд һум суммала планлаштырылған, сығымдар 299 млрдҡа етәсәк тип күҙаллана. 2025 -2026 йылдарға республика бюджеты дефицитһыҙ буласаҡ тип көтөлә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам һорауҙары ла көнүҙәклеген юғалтмай, республика етәкселеге тарафынан ҡуйылған өҫтөнлөклө маҡсат булып тора. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡоролтай бинаһында ойошторолған күргәҙмә менән танышты. Республика етәксеһе ҡатнашлығында үткән ултырышта хәрби бурысын үтәп яраланған ир-егеттәргә реабилитация үтеүҙе еңелләштереү, Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ яугирҙарға ер участкаһы бүлеү һорауҙары тикшерелде.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында республиканы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларға һалым ташламаларын арттырыу, бушлай юридик ярҙамға хоҡуҡлы граждандар исемлеген тулыландырыу, экологияға килгән зыянды кәметеү, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды.
Флорида Ким



