Республика ФАП-тарында тергеҙелгән дарыу һатыу халыҡҡа кәрәкле препараттарҙы ауыл ерлегендә һатып алыу мөмкинлеген бирә. Быйыл Благовар районы Иҫке Абзан ауылында ла ошондай мөмкинлек булдырылған.
Ауылдағы ФАП «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2020 йылда төҙөлгән. Медицина кабинеты заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Ауыл халҡы ошонда уҡ анализ тапшыра, диспансер тикшереү үтә ала. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы фельдшер Лиза Фәйзуллина ҡабул итә. Өс тиҫтә йыл инде ауылдаштары сәләмәтлеге һағында торған белгес фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы» тигән маҡтаулы исем йөрөтә.
Иҫке Абзан ауылы фельшер-аккушерлыҡ пункты 250-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Бныда пациенттар күрше ауылдарҙан да мөрәжәғәт итә. Фельдшер күҙәтеүендә 27 бала, уларҙың икәүһе - бер йәшкә тиклем сабый.



