Өфөлә Миңлеғәле Нәҙерғоловтың 70 йәшенә арналған ижади осрашыу үтте

Әҙәбиәт ғилемен өйрәнеүгә бағышланған ғүмер. Мәжит Ғафури мемориал йорт-музейында филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловтың 70 йәшенә арналған ижади осрашыу үтте. Сарала халҡыбыҙҙың рухи мираҫын өйрәнеүсе ғалимдың тормош һәм ижад юлы барланды. Үҙ исемен башҡорт әҙәбиәте тарихын инглиз теленә тәржемә итеүсе булараҡ та тарихҡа яҙған шәхес хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты студенттары өсөн бөгөн дәрес асыҡ форматта үтте. Миңлеғәле Нәҙерғоловты ғилми хеҙмәттәре аша танып белгән йәштәр ололарса фекер алышыуҙа ҡатнашты. Сара ғалимдың тормош һәм ижад юлы менән танышыуға ла ҡоролғайны. Уның тәүге хеҙмәттәре, башҡарыласаҡ эштәре менән бергә, әҙәбиәт ғилемен борсоған һорауҙары ла яңғыраны.

Миңлеғәле Нәҙерғоловтың 70 йәшенә арналған ижад кисәһе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән коллегаларын һәм ҡасандыр Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған замандаштарын да йыйҙы. Уның аша ғалимдың оҫта гармунсы, гитарасыһы булыуы ла мәғлүм булды.

Миңлеғәле Нәҙерғолов әҙәби тәнҡит, археография, текстология кеүек йүнәлештәрҙә уңышлы эшләгән әҙәбиәтсе ғалим. Ул 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән өс тиҫтәгә яҡын монография, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптары авторы ла.

Миңлеғәле Нәҙерғоловтың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге әҙәбиәт өлкәһен һайлаған йәш ғалимдарға ла өлгө. Башҡорт мәғрифәтселәренең ижадын, шәжәрәләрен тәрән өйрәнгән, иҫке яҙмаларҙы төп нөсхәһендә уҡып, уларҙы халыҡҡа еткергән Миңлеғәле Нәҙерғолов - ысын башҡорт зыялыһы, тип осраҡлы ғына әйтелмәгәндер.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ