Форумда Рәсәй төбәктәренән һәм 21 илдән делегациялар ҡатнаша. Эшлекле йыйында бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары, төҙөлөштөң һанлы киләсәге, электрон сауҙа, заман шарттарында эшҡыуарлыҡты яҡлау ҡарала.Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле Марат Танһыҡҡужин белдереүенсә, йыл башында логистика һәм аҡса әйләнешендә ҡатмарлыҡ булып алған. Элек сауҙа долларҙа алып барылһа, хәҙер төрөк лираһы һәм Рәсәй һумы менән иҫәпләнә.
Форумда 50-нән ашыу сара ойошторола, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә 2050 йылға тиклемге мөмкинлектәр барлана. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 1 декабргә тиклем дауам итә.




