Был турала Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында белдерелде. Евразия халыҡтары ассамблеяһы эксперттары фаразлауынса киләсәктә башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән белем алырға килеүселәр һаны биш тапҡырға артыуы мөмкин. - Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студентар кампусын булдырыу студенттар йәлеп итеүгә ҡеүәт бирәсәк, - тип белдерҙе Республика мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.







