Өфөлә ун алтынсы халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дуам итә

Күләмле форумда быйыл 4 мең тирәһе кеше ҡатнаша, ике тиҫтәнән ашыу ил вәкилдәре эшҡыуарлыҡта уртаҡлыҡтарҙы барлай. Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында ҡатнашты. «Иртәгәнән һуң халыҡ-ара йәмәғәтселек күҙлегенән» тип аталған йыйылышта оҙайлы осорҙа сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Турбулентлыҡ шарттарында иҡтисадты алыҫ йылдарға тиклем күҙаллау еңел түгел. 2030 йылғаса беҙ аныҡ программа күрергә һәм төҙөргә тейешбеҙ тине, Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров республика менән ныҡлы эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәре булған Ҡаҙағстан һәм Белоруссия делегацияларын айырым сәләмләне. Иң ҙур тышҡы иҡтисади партнер - Ҡытай халыҡ республикаһы, уға бөтә Башҡортостан сауҙаһының дүрттән бер өлөшө тура килә.

Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры менән Башҡортостан предприятиелары етәкселәре ике яҡлы хеҙмәттәшлектә отошло йүнәлештәрҙе барланы. Күрше дәүләтенең профилле ведомствоһы етәксеһе ике республиканың юғары хеҙмәттәшлек потенциалын билдәләне.

Тап ошондай форумдар бизнеста орлоҡ сәсеү өсөн майҙан, артабан улар ҙур проекттар, заводтар, компаниялар булып үҫеп сыға.Киләһе йылда Башҡортостанда Ҡаҙағстан көндәрен уҙғарыу күрше иҡтисади бәйләнештәрҙе тағы ла нығытасаҡ тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы менән Ҡытай республикаһы араһында продукция экспортлау тураһында килешеү төҙөлдө. Ҡытайға май, ит, шәкәр сығарыласаҡ. Шулай уҡ ведомство менән Рәсәй тимер юлдары логистика компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүсе өс таған. Күптән түгел Өфөлә Амкодор заводы асылды, ә былтыр МАЗ Автозаводының дилерлыҡ үҙәге эш башланы.

Әлеге ваҡытта республика 112 ил менән сауҙа алып бара. 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше һиҙелерлек артҡан. Иң ҙур һөҙөмтәләр Төркиә өлөшөнә тура килә. Үҫеш 88 процентҡа еткән. Төркиә менән хеҙмттәшлек ептәре тағы ла нығый.

Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡта туризм йүнәлеше айырым урынды биләй. Туроператорҙар әйтеүенсә, күп сиктәрҙең ябылыуы эске туризмға һәм дуҫ илдәргә ҡапҡа асыуға килтерҙе.

Әйткәндәй, иртәгә форумда туризмда донъяуи стандарттар һәм трендтар темаһы ҡарала. Эшҡыуарлыҡ өлкәһенең иртәгәнән һуңына инвесторҙар күҙ һаласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ