Башҡортостанда республика бюджетын үтәүҙә финанс дисциплина юғары кимәлдә. Муниципаль берәмектәрҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелегенә иғтибар бүлеү мөһим. Был турала федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев белдерҙе. Ул Башҡортостанға эш сәфәре менән килде. Бөгөн уны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте. Осрашыуҙа республиканың бюджет сәйәсәте һөҙөмтәлелеген нығытыуҙа ведомство менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһе ҡаралды.



