Республика хәрби комиссариатында буласаҡ яугирҙарға хәрби хеҙмәткә инеү тәртибен, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирә, ниндәй документтар кәрәклеген аңлата. Контракт төҙөүгә запастағы граждандар, яңы хәрби хеҙмәтен тултырыусылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы, ти контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инспекторы Азамат Шәрәфетдинов.
Контракт хеҙмәт тураһында 117 берҙәм федераль номерына шылтыратып белешергә була.







